Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Июль 2021, 03:20

Зариф Байғусҡаров: "Президентыбыҙ өсөн тағы ла ғорурлыҡ кисерҙем"

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнешкә ҡағылышлы фекере менән уртаҡлашты.

– Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән сираттағы тура эфир бик йәнле үтте, ул илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге ябай граждандарҙың бик күп һорауҙарына яуап бирҙе. Мин һәр өлкә мәсьәләләрен һәм уларҙы хәл итеү юлдарын ентекле белгән Президентыбыҙ өсөн тағы ла ғорурлыҡ кисерҙем.
Рәсәй Президенты, хеҙмәт хаҡының күпселек өлөшөн ҡулға алыуға ҡағылышлы һорауға яуап биреп, Рәсәй Федерацияһында бер өлкән кешегә тейешле йәшәү минимумын тәшкил иткән 12 702 һум самаһы бурысы булған кешенең хеҙмәт хаҡының һәм пенсияһының ҡағылғыһыҙ булыуын тәьмин иткән законға ҡул ҡуйыуы тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта Президент “Берҙәм Рәсәй” партияһы индергән был закон ауыр хәлдә ҡалған граждандарға ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.
Ошо законға ҡатнашлығым булғанға шатмын. Дәүләт Думаһында уны алып барҙым, күберәк һандағы кешеләргә был закон булышлыҡ итһен өсөн төҙәтмәләр индерҙем. Һорауҙарҙы ҡарағанда килеп тыуған мәсьәләне хәл итеүҙә Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы етәксеһе С.И. Неверов һәм А.К. Исаев ҙур ярҙам күрһәттеләр.
Президент ауыл хужалығына, торлаҡ, эшҡыуарҙарға ярҙам, телефон аша мутлашыуҙар, балалы ғаиләләргә ярҙам, мәктәп ремонтлау, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең артыуына һәм ауыр сирле балаларҙы дауалауға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Телефон аша мутлашыуҙарға юл ҡуймау өсөн беҙ бер нисә закон ҡабул иттек, шул иҫәптән язаны ҡатылаштырҙыҡ. Был закондарҙың үтәләшен тикшереп ҡарағандан һуң, кәрәк булғанда, бындай осраҡтарға бөтөнләй юл ҡуймауға һәм граждандарҙың аҡсаларын яҡлау өсөн закондарға яңы үҙгәрештәр индереүгә булышлыҡ итәсәкбеҙ, – тине Зариф Байғусҡаров.
Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Zarif-Bay-us-arov--Prezidentibi--s-n-ta-i-la-orurli-kiser-em-844585/
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас