Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса бөгөн республикала елдең секундына 21-26 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Шулай уҡ йәшен, көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал.
Шуға ла һаҡланыу сараһын күрергә тырышығыҙ. Ҡайҙалыр барырға етди сәбәптәр булмаһа, бындай һауа торошо ваҡытында өйҙә ҡалыу яҡшыраҡтыр.
Әгәр ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, 112 телефонына шылтыратығыҙ.