Дыуан районында үткән “Хәүефһеҙлек мәктәбе” һәм спорт туризмы буйынса республика ярыштарында барлығы 46 команда ҡатнаша. Асҡын районы данын Ҡышлауйылға мәктәбенең Ралит Вәлиев етәкселегендәге “Импульс” командаһы яҡланы. 7-се класс уҡыусыһы Раушан Фәтхетдинов “Ҡаршылыҡтар полосаһы” дистанцияһында беренсе урын яуланы, ә команда был дистанцияла икенсе урынға сыҡты.