Асҡын ауылының “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 2005-2010 йылғы малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында самбо буйынса уҡыу-күнекмә йыйыны Рәсәй беренселегенә әҙерлек этабы булып тора.
“ Самбо серҙәренә өйрәнергә Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Белорет, Дәүләкән, Баймаҡ, Ҡачканар, Нефтекама, Ишембай ҡалаларынан һәм Мәләүез, Илеш райондарынан йәш спортсылар килде”, — тине “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Мәрүән улы Нурмөхәмәтов.
Йыйынды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, БР-ҙың өлкән тренеры Раил Шамил улы Нагаев, “Асҡын урман хужалығы” дәүләт автоном учреждениеһы директоры, саңғы ярыштары буйынса спорт мастерлығына кандидат Мөнир Мөхтәр улы Низамов ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Йыйынға килеүселәр алдында, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүсеһе, Сербияла Нови-Сад ҡалаһында самбо буйынса донъя чемпионы титулын яулаған райондашыбыҙ, бөгөн Чебоксарҙа В.М. Краснов исемендәге Олимпия резервы мәктәбендә белем алыусы Фирзан Дилмиев самбо буйынса оҫталығын күрһәтеп сығыш яһаны.
Йыйын 7 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Наилә Имаева. Марат Юнысов фотолары.