Урмияҙ ауылында үткән Ришат Марат улы Дихиндың “Уҡылмаған китап” тип аталған хәтер кисәһендә район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, Республика Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы баш советнигы Илнур Илдар улы Мөхйәнов, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәнис Яфас улы Ғилуанов, Ришат Марат улының ата-әсәһе Розалия апай менән Марат ағай, хәләл ефете Гөлназ Рәзиф ҡыҙы, улдары, туғандары, шулай уҡ ошо сараны ойоштороуҙа ҙур көс һалыусы Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин, Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибы Артур Риф улы Ғәлиуллин, Ришат Марат улының яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары, хеҙмәттәштәре, райондаштары килгәйне.