Кеше тәбиғәте шулай, беҙ яҡындарыбыҙҙы юғалтҡас ҡына беҙҙең өсөн уларҙың ни тиклем ҡәҙерле, яҡын, кәрәкле кеше булғанлығын аңлайбыҙ. Ришатыбыҙ менән дә шулай булды.
Ғәләмдәр хужаһы тарафынан уға бик ҡыҫҡа ғүмер тәғәйенләнгән, әммә ләкин шул ҡыҫҡа ғына ғүмерен бик сағыу, яҡты итеп йәшәне. Ришат бәләкәйҙән бик аҡыллы, тәртипле, тырыш ныҡышмал булды. Иң мөһиме — уның күңелендә милли рух, ихтыяр көсө бар ине. Мәктәптә уҡығанда уҡ ул үҙенең шәжәрәһен өйрәнә башланы. Ул саҡтағы тарих уҡытыусыһы Рафаэль Вәли улы Ғәйбәҙуллин менән ололарҙан һорашып, ауыл тарихын яҙа башланылар.
Үҙенең шул тырышлығы, ныҡышмаллығы менән, ойоштороу һәләте менән төрлө абруйлы, яуаплы урындарҙа эшләне. Районға етәксе булып ҡайтҡас, бер ҙә һауаланып йөрөмәне, уҡытыусыларына бик иғтибарлы булды, кешелекле лә, кеселекле лә була белде.Байрамдарҙа беҙгә шәхсән ҡотлауҙар ебәреп, рәхмәтен белдерҙе.
Республикабыҙҙа 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәс, ошо йылды асыу тантанаһына хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыларын саҡырып, ҡотлап, бик матур сара үткәрҙе. Ул байрамда ысынлап та башҡорт теле, башҡорт моңо, башҡорт рухы тантана итте. Район халҡын милли асылына ҡайтарыуға, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирҙе. Ошо юҫыҡта республика күләмендәге ҙур-ҙур саралар ойошторолдо беҙҙә.
Шулай сағыу булды уның ҡыҫҡа ғына ғүмере. Фани донъяларҙа 33 йыл ғына йәшәһә лә, ҡайһы берәүҙәрҙең оҙон ғүмеренә эшләй алмаған эштәрҙе башҡарып китте Ришат Марат улы. Ул үҙенең эше, йәшәү рәүеше менән беҙгә нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәтеп китте. Үҙендә булған осҡондо беҙгә ҡалдырҙы. Ошо булған осҡондо һәр беребеҙ күңелендә һүндермәй һаҡлап, уны ялҡынға әйләндереп, дөрләтеп, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеп, намыҫыбыҙға хыянат итмәйенсә, кешеләргә тура ҡарай алырлыҡ таҙа намыҫ менән эшләһәк, йәшәһәк ине.
Бына ниндәй рухлы, көслө ихтыярлы, намыҫлы шәхес үҫеп сыҡҡан беҙҙең ерлектә. Ул бер үҙе беҙҙе бөтә республикаға танытты. Уны үҫтергән, уҡытҡан ата-әсәһе Марат ағай менән Розалия апайға, уны яратып, ихтирам итеп, ауыр саҡта терәк-таяныс булған Гөлназ Рәзиф ҡыҙына ҙур рәхмәт. Улдары Назар менән Рамзан да аталары кеүек изгелекле, игелекле, рухлы булып үҫһен.
Үҙе иҫән саҡта әйтеп өлгөрмәгән рәхмәттәребеҙ бәрәбәренә, һәр кемебеҙ үҙ урынында уның башлаған эшен дауам итергә тырышайыҡ, бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ, яныбыҙҙағы кешеләр иҫән саҡта ҡәҙерҙәрен беләйек. Ришат Марат улының ауыр тупрағы еңел, урыны ожмах түрҙәрендә булһын.Әмин.