Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Июнь 2021, 18:40

Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ...

Урмияҙ ауылының шиғри күңелле ағинәйе Зөһрә апай Ғайнуллина яҙған шиғырҙы сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ.

Ришатыбыҙ, сабыйыбыҙ,
Күҙ алдында үҫтең һин.
Ауылыбыҙ күрке булып,
Үҫеп буйға еттең һин.
Вазифаңа башлағас та,
Килдең тыуған ауылыңа.
Ата-әсәң, яҡташтарың
Фатихаһын алырға.
Күҙ алдында көлөп-балҡып,
Осрашыуға килеүең.
Барыһына айырым-айырым
Рәхмәт әйтә белеүең.
Был баланан өмөт сығыр,
Тип һөйөнөп ултырҙыҡ.
Күңелдәрҙе, йөрәктәрҙе
Шатлыҡ менән тултырҙыҡ.
Шунан дәрт менән сәмләнеп,
Һин башланың эшеңә.
Башҡортостан, Асҡыныңа,
Фиҙаҡәр хеҙмәт итергә.
Ауылыңа күп яҡшылыҡ
Эшләргә һин өлгөрҙөң.
Урмияҙҙы, Асҡыныңды,
Республикаға белдерҙең.
Шиғри күңелле инең һин,
Нескә күңелле инең.
Төсө түгел, хисле итеп,
Сығыштар яһай белдең.
Һинең үлемде уйлаһаҡ,
Йөрәк ярылыр кеүек.
Тәбиғәт тә һине һағынып,
Ҡайғылы булыр кеүек.
Ауылыбыҙҙа хәтер көнө
Улыбыҙҙы һағынабыҙ.
Рухлы, аҫыл етәксенән
Мәхрүм ҡалды районыбыҙ.
Зөһрә Ғайнуллина.
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас