Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
27 Июня 2021, 04:35

Икенсе йыл инде әҙерлек бара

Анна Казак Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән саралар хаҡында һөйләне.

Тиҙҙән Башҡортостанда донъя кимәлендәге ҙур мәҙәни сара үткәреләсәк.
VI Бөтә донъя Фольклориадаһына 43 илдән вәкил киләсәк. Башҡортостан Республикаһы буйынса "Роспотребнадзор" етәксеһе Анна Казак Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән саралар хаҡында һөйләне.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, әле штаб сараларға әҙерләнә, хәүефһеҙлек, шул иҫәптән эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн барлыҡ саралар күрелә.
“Ҙур масштаблы сараға икенсе йыл инде әҙерләнәбеҙ. Былтыр башлағайныҡ. Ведомство-ара комиссия, штаб бар”, - тине Анна Казак.
Уның әйтеүенсә, Фольклориада үткәрелгән һәм ҡунаҡтар йәшәгән урындарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре, "Роспотребнадзор" белгестәре даими дежур итәсәк. Улар ҡатнашыусылар сәләмәтлеген тикшерәсәк һәм хәлде контролдә тотасаҡ. “Ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға, дөйөм алғанда, был хәлгә тотошлай бик етди ҡарайбыҙ”, - тип белдерҙе етәксе.
Фото: bashnews.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ikense-yil-inde--erlek-bara-839980/
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас