Республикала старт алған "Атайсал" проектына Башҡортостан ЮХДДИ идаралығының экс-начальнигы, яҡташыбыҙ Динар Заһит улы Ғилмутдинов ҡушылды. Ул Рейхстагка беренселәрҙән булып еңеү байрағын ҡаҙаусы Мишкә районы Янағош ауылы батыры Ғәзи Заһитовтың ҡәберен һәм музейын төҙөкләндерергә вәғәҙә биргән. Реставрация эштәре 30 сентябргә тиклем башҡарыласаҡ.