Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Июнь 2021, 10:10

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә лә Сығарылыш кисәһе бик күңелле уҙа.

«Ҡышлауйылға мәктәбен тамамлаусы 11-селәрҙе өлгөргәнлек аттестаттарын алыуҙары менән ҡотларға район Советы аппараты мөдире Айгөл Нәфис ҡыҙы Сөләймәнова килде.
Мәктәп директоры Ришат Мөхәммәт улы Лотфуллин уҡыусыларҙы ҡотлап, аттестаттар тапшырҙы.
11-се класты дүрт уҡыусы тамамланы. Уҡыуҙа ла алдынғы, төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа ла призлы урындар яулаусы Динар Шәрифханов алтын миҙал менән тамамланы. Ҡалған уҡыусылар ҙа “дүрт”ле һәм “биш”ле билдәләренә генә өлгәште.
Динар Шәрифханов менән Илвир Дәүләтшин ГТО-ның алтын билдәһенә лайыҡ булды.
Наилә Имаева.
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас