Йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса Асҡын районында маҡсатлы эш алып барыла. Уларҙың һуғыш һәм тыл, хеҙмәт ветерандары, райондың билдәле шәхестәре менән осрашыуы, Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йорто алдында хәрби парад үткәреүҙә һәм башҡа хәрби-патриотик рухтағы сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы матур йолаға әйләнде.
“Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең урындағы штабын Рөстәм Тимерғәле улы Әбдрәхимов етәкләй. Район штабына 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге 70-тән артыҡ бала ингән.
Йәштәр көнөнә арналған байрамда Асҡын районының иң әүҙем «йәш армия»сылары - Асҡын 2-се мәктәбен тамамлаусы Азат Шәйбәков, Асҡын 1-се мәктәбе уҡыусылары Денис Смольников менән Алһыу Шәрәфетдинова 3-сө дәрәжә «Юнармейская доблесть» миҙалына лайыҡ булды. Республика һәм район тарихында беренсе тапҡыр бирелгән бындай награданы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов менән “Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең урындағы штабы етәксеһе Рөстәм Әбдрәхимов тапшырҙы.