Сарала Башҡортостан ауыл-ҡалалары тарихын, археология ҡомартҡыларын, шәжәрәне, тыуған яҡты өйрәнеүҙә яңы форма булараҡ башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең, музей-китапханаларҙың роле мәсьәләләре ҡарала.
Балтас районынан Танып ырыуының ҡор башы Гөлназ Ғәлләмова, тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәт рәйесе Зарипова Эльвира һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәт ағзаһы, мәктәптәр музейы етәксеһе Ғилметдинова Лариса ҡатнаша.