Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Июнь 2021, 17:15

“Башланғыстар һөҙөмтәһен бирә башланы”

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Асҡын районында яңы производство асыу тураһында яҙып сыҡты.

“Был шешәлә – рапс майы. Уны үҙебеҙҙең предприятиела алдыҡ. Башланғыстарыбыҙ һөҙөмтәһен бирә башланы. Бөгөн Асҡын ауылында рапс һәм иген эшкәртеү комплексын сафҡа индерҙек һәм шунда уҡ тәүге килограмм рапс майын да алдыҡ.

“Олеокемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҡын арала айына 515 тонна рапс майы һәм 756 тонна рапс төпрәһе етештермәксе.

Май сәнәғәте хәҙер әүҙем үҫә, баҙарҙа рапсҡа ихтыяж ҙур. Беҙ был проектты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерҙек, сөнки үҙебеҙҙең етештереүсегә ярҙам иткебеҙ килә. Предприятие 44 миллион һум инвестицияны үҙләштерҙе лә инде, ул ауылда 148 яңы эш урыны ла булдыра”, – тип яҙған республика етәксеһе.

Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Bashlan-istar---mt-en-bir-bashlani-837328/
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас