Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Июнь 2021, 17:05

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡыты билдәле

Рәсәй Хөкүмәте Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытын билдәләне. Мөһим сараны быйыл 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем уҙғарырға ҡарар иткәндәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр уҡ уҙырға тейешле халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын илдәге пандемияға бәйле алға күсергәйнеләр.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың медиаофисында белдереүҙәренсә, яңы срок Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тәҡдим иткән иҫәп алыу раунды сиктәрендә ҡалырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, был ваҡытта рәсәйҙәрҙең күпселеге ялдан ҡайта.
Бындай шарттарҙа Росстат мәғлүмәттәр йыйыуҙың яңы – һанлы ысулына өмөт бағлай.
Иҫәп алыу барышында Рәсәй халҡы Дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә исемлеккә теркәлергә мөмкин.
Интернет-иҫәп алыу – Рәсәй өсөн яңы иҫәп алыу алымы. Йәғни респондент һәм электрон иҫәп алыу ҡағыҙы араһында аралашсы юҡ.
“Технологик яҡтан һанлы иҫәп алыуға әҙербеҙ: мәғлүмәт йыйыу, тапшырыу һәм эшкәртеү өсөн IT-система булдырылды, ул һынауҙы уңышлы үтте, электрон планшеттар төбәктәргә ебәрелде һәм эшкә әҙер”, — тип белдерҙе Росстат етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов.
Автор: Рәмилә Мусина
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас