Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
23 Июнь 2021, 10:00
Афарин, Ришат!
Асҡын 2-се урта мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыһы Ришат Мостафин географиянан БДИ-ны 100 балға тапшырҙы
11-се класс уҡыусылары географиянан имтиханды 31 майҙа тапшырҙы. Был фәнде район буйынса ете уҡыусы һайлаған. Бөгөнгө көнгә һөҙөмтәләр билдәле. Асҡын 2-се урта мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыһы Ришат Мостафин (уҡытыусыһы Гөлсинә Ғайфулла ҡыҙы Ғәдиева) географиянан БДИ-ны 100 балға тапшырҙы!
Ришат уҡығанда рус һәм инглиз теле, география, тарих, әҙәбиәт һәм йәмғиәт белеменән төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа даими еңеү яуланы. Ришатты һәм уны әҙерләгән уҡытыусыны ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ!
Илһөйәр Махатова.
Автор:
Ильсияр Махатова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"