Сара башында “Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте обелискыға венок һалды. Район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев үҙ сығышында ҡан ҡойғос һуғыш килтергән зыян, Еңеүҙең зур юғалтыуҙар менән яуланыуы хаҡында һөйләне. Райондан Бөйөк Ватан һуғышына киткән 10 мең 700 кешенән 5708- е кире ҡайтмаған. Был көндө яу яланында батырҙарса һәләк булғандарҙы, фашистар тотҡононда ыҙа сиккәндәрҙе, тылда аслыҡтан һәм ауыр сирҙәрҙән вафат булғандарҙы, Ватанды һаҡлау бурысын үтәп, үҙ ғүмерен ҡорбан итеүселәрҙең барыһын да иҫкә алдылар. Тантанала ҡатнашыусылар уларҙы бер минут тын тороп хәтергә алды. Башҡаса бындай афәт ябырылмаһын бер үк илебеҙгә. Үҫеп килгән быуын һуғыш ҡорбандарына әйләнмәһен.