Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Июнь 2021, 12:05

60 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер юлын үтәләр

Ҡарткиҫәк ауылында 60 йыл бергә татыу ғүмер кисергән парҙар Нәсмиә Иртуған ҡыҙы һәм Нуриман Шакир улы Шакировтар менән Миңлемаһира Әсләм ҡыҙы һәм Хиләжетдин Ғизетдин улы Тажетдиновтар гәүһәр туйҙарын билдәләне.

Ҡарткиҫәк ауылының абруйлы, күркәм парҙарын гәүһәр туйҙары менән ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәкимйән улы Миңлемөхәмәтов ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың, шулай уҡ ауыл Советының Ҡотлау хаттарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.
— 60 йыл бергә-бергә ғүмер кисереү — оло бәхет, Хоҙай бүләге. Һеҙҙең ғаилә тормошоғоҙ күптәргә үрнәк булырлыҡ: балаларығыҙға лайыҡлы тәрбиә, белем биргәнһегеҙ, әле лә уларға бар яҡтан терәк-таяныс булып матур донъя көтәһегеҙ. Һеҙҙең эшһөйәрлегегеҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәт юлығыҙ йәштәргә өлгө булып тора, — тине Ринат Хәкимйән улы. — Артабан да яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс һәм бәхетле, парлы ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.
Ата-әсәләрен гәүһәр туйҙары менән ҡотларға балалары ла килгәйне. Улар иң изге теләктәрен еткереп, ҡәҙерле һәм ғәзиз кешеләренә рәхмәт белдерҙе.
Ысынлап та, йылы һүҙҙәргә лайыҡ был ике пар. Бер-береһенә ихтирам, наҙ тулы ҡараш һалып, һыйынышып ҡына ултырған был парҙарҙан күңел йылыһы, яҡты ҡот бөркөлә. Әле лә шаян, йор һүҙле Хиләжетдин ағай менән Нуриман ағай тормош иптәштәренә бағышлап йыр ҙа бүләк итте.
Был турала тулыраҡ район гәзиттәрендә уҡырһығыҙ.
Наилә Имаева.
Марат Юнысов фотолары.
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас