Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
20 Июнь 2021, 03:15

Йәштәр вакцинацияға ниндәй ҡарашта?

Рөстәм Ғәйнетдинов: "Прививканан баш тартыу яңы ҡорбандарға, юғалтыуҙарға алып киләсәк".

Бөгөн коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеү буйынса етди эш алып барыла, әммә күптәр уға һаҡсыл ҡарай, икеләнә. Был хаҡта фекере менән уртаҡлашыуын һорап, Өфө ҡалаһының Эшсе йәштәр советы рәйесе Рөстәм Ғәйнетдиновҡа мөрәжәғәт иттек.
"Беҙҙең республиканың киләсәгенә битараф булмаған һәр граждан прививка эшләтергә тейеш тип иҫәпләйем. Үҙем быйыл апрелдә “Спутник-V” вакцинаһының ике компонентын да яһаттым. Вакцина эшләтеү мөһим һәм кәрәк. Унан нигеҙһеҙ баш тартыу яңы ҡорбандарға, иҡтисади юғалтыуҙарға, тормош сифатының кәмеүенә алып киләсәк. Халыҡ вакцинациялау ваҡытын һуҙған һайын ауыр осорҙо ла оҙайтасаҡ, “Covid-19”ҙан вафат булғандар исемлеге дауам итәсәк. Һәр кешене һаулығына яуаплы ҡарарға, яҡын арала прививка яһатырға саҡырам", – тине Рөстәм Ғәйнетдинов.
Фото Рөстәм Ғәйнетдиновтың ғаилә архивынан.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Y-sht-r-vaktsinatsiya-a-nind-y-arashta-832865/
Читайте нас