Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Июнь 2021, 03:20

Башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн...

Ольга Панчихина: "Әлбиттә, халыҡта фекер айырмалығы ла, ҡурҡыу ҙа бар, һәр кем үҙенсә уйлай һәм хәл итә. Ә минеңсә..."

Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Башҡортостан вәкиле, Өфөләге “Ҡала үҫешенең йәмәғәтселек фонды”ның башҡарма директоры Ольга Панчихина март айында уҡ коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡайны. Ул прививка эшләтергә икеләнгәндәргә үҙ фекерен еткерҙе.
"Мин халыҡ араһында күп ваҡытымды үткәрәм, күп йөрөйөм. Үҙемдең һаулығымды ғына хәстәрләмәйем, башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн дә ошо аҙымға барҙым. Прививканы аңлы рәүештә эшләттем. 2020 йылда мин етәкселек иткән фонд ярҙамға мохтаж өлкәндәр, инвалидтар һәм дауаханалар өсөн ирекмәндәр үҙәге булараҡ хеҙмәт күрһәтте. Кем менән осрашһам да, вакцинациялауҙың мөһимлеге хаҡында аңлатам.
Әлбиттә, халыҡта фекер айырмалығы ла, ҡурҡыу ҙа бар, һәр кем үҙенсә хәл итә. Мин шулай уйлайым: медицина күрһәтмәләре юҡ икән, үҙеңде генә түгел, эргәңдәге кешеләрҙе ҡурсалау өсөн дә прививка яһатыу кәрәк. Иң ышаныслы сертификат – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталынан алынған коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу тураһындағы белешмә. Уның ҡағыҙға баҫтырылған нөсхәһен үҙең менән йөрөтөргә кәрәк. Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем".
Фото: rus.bashgazet.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bash-alar-i-h-ef-a-tina-uyma--s-n-832340/
Читайте нас