Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
19 Июнь 2021, 03:00
Һайлау кампанияһына старт бирелде
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау менән бер үк ваҡытта төбәк кампаниялары ла уҙғарыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путин һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙы 19 сентябргә тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта рәсми документ 17 июндә
kremlin.ru
рәсми сайтында баҫылды.
Шулай итеп, сираттағы Дәүләт Думаһына яңы саҡырылыш депутаттар һайлау кампанияһына рәсми старт бирелде.
Яҡын арала Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреү тәртибен раҫлаясаҡ. Ул бер нисә көн (өс көндән артыҡ түгел) булыр тип көтөлә, ете төбәктең традицион һәм электрон форматтарҙа тауыш биреүҙе файҙаланасағы билдәле.
Хәҙер партиялар Рәсәй Президентының һайлау тәғәйенләү хаҡындағы указы рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 25 көн эсендә һайлау алды съездары үткәрергә һәм кандидаттар исемлектәрен раҫларға тейеш.
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау менән бер үк ваҡытта төбәк кампаниялары ла уҙғарыла. Рәсәйҙең ун ике субъекты губернатор һайлай, тағы 39-ында закондар сығарыу йыйылышы депутатлығына кандидаттар өсөн тауыш биреү ойошторола.
19 сентябрҙә Өфөлә ҡала советына ла депутаттар һайлана.
Фото:
evo-rus.com
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/aylau-kampaniya-ina-start-birelde-832157/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"