Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
19 Июнь 2021, 03:05
Антиесемдәр прививка яһауға ҡаршылыҡ була алмай
Ҡайһы саҡта вакцинация яһатмау өсөн нигеҙ бар? Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яуаптарына күҙ һалайыҡ.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирусҡа антиесемдәр булған осраҡта кешенең прививка яһатмауы һәм был сәбәп буйынса медицина кире ҡағыуын алыу мөмкинлеген аңлаттылар.
“Антиесемдәр булыуы коронавирустан вакцинация яһатыу өсөн ҡаршылыҡ була алмай, - тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. - Шуға ярашлы, антиесемдәрҙең ниндәй кимәлдә булыуы медицина кире ҡағыуы өсөн нигеҙ түгел”.
Ҡайһы саҡта вакцинация яһатмау өсөн нигеҙ бар? Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яуаптарына күҙ һалайыҡ:
- препарат компоненттарына һиҙгерлек ныҡ булғанда;
- аллергия сирҙәренең ауыр формаларында;
- бынан алда индергән вакцинаға реакция йәки вакцинанан һуң өҙлөгөүҙәр булғанда;
- киҫкен йоғошло һәм йоғошло булмаған сирҙәр, киҫкенләшеү осорондағы хроник ауырыуҙар барышында;
- иммунодефицит;
- ҡан ауырыуҙары һәм яман шештәр;
- йөклөлөк һәм күкрәк һөтө менән туҡландырыу осоро;
- 18 йәшкә тиклемге балалар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элегерәк коронавирустан һуң антиесемдәр барлыҡҡа килгән пациенттарға алты айҙан һуң прививка яһатырға тәҡдим ителгәйне. Бөгөн Рәсәйҙә эпидемиологик хәл насарланыу сәбәпле, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы антиесемдәрҙең булыу-булмауына ҡарамаҫтан, бөтә кешегә лә вакцина яһатырға тәҡдим итә.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Antiesemd-r-privivka-ya-au-a-arshili-bula-almay-832302/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"