Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Июнь 2021, 07:20

Сикләү саралары индерелә

Вакцина бөтәһенә лә етерме? Йәмәғәт урындарына барыу өсөн нимәләр талап ителәсәк? Брифингта ошо һәм башҡа һорауҙарға ла яуаптар яңғыраны.

Бөгөн үткән махсус брифингта халыҡты вакцинациялау мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелде, сөнки әлеге ваҡытты пандемияны еңеүҙең иң һөҙөмтәле юлы булып фәҡәт ошо ысул ҡала. Күптәрҙе түбәндәге һорау борсой: ә вакцина барыһына ла етерме?
Һауыҡ һаҡлау министры Максим Забелин препараттарҙың барлыҡ теләүселәргә лә етәсәгенә ышандырҙы.
– Беҙ вакцина таратыусы оператив штаб менән аныҡ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Һәр вакцина маркировкаланған, препараттың заводтан ҡулланыусыға еткән юлы контролдә тотола. Оперштаб төбәктә күпме вакцина барлығын белеп тора, уның ҡулланылыу күләменә ҡарап яңы партия формалаштырыла. Кисә, мәҫәлән, сираттағы партия килде – “Спутник V” вакцинаһының 25 мең дозаһы. Бөгөн улар вакцинациялау пункттарына еткереләсәк. Уртаса алғанда, беҙ аҙнаһына ике вакцина партияһын алабыҙ.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 17 июнгә Башҡортостан “Спутник V”, “ЭпиВакКорона”, “КовиВак” вакциналарының 464 640 дозаһын алған. Прививканың беренсе компоненты республиканың 411 522 кешеһенә яһалған, ике компонентын да 336 133 кеше эшләткән.
Мәғлүм булыуынса, илдә эпидемиологик хәлдең насарая барыуын иҫәпкә алып, республика тормошона үҙгәрештәр индереләсәк. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин был хаҡта түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Кешеләрҙе прививка яһатҡандарға һәм яһатмағандарға бүлеү маҡсат итеп ҡуйылмай. Һүҙ граждандың үҙ ирке менән вакцина яһатыуы, үҙен вирустан һаҡлау өсөн сара күреүе хаҡында бара. Төп мәсьәлә – вирус таралыу кимәлен түбәнәйтеү, күмәк урындарҙа сир йоғоу осраҡтарын кәметеү. Бындай хәлде беҙ коронавирусты тәүге һәм икенсе тулҡынында күрҙек. Оператив штабта тикшерелгән төп сараларҙың береһе, тәүге сиратта тап күп кешеләр йөрөгән, сир йоғоу ихтималлығы ҙур булған урындарҙа сикләүҙәр индереүгә ҡағыла, — тине министр.
Шулай итеп, сикләү саралары индереләсәк, әммә күмәк кеше ҡатнашҡан саралар үткәреү тыйылмаясаҡ. Һүҙ мең кешегә тиклем ҡатнашҡан саралар хаҡында бара.
Фольклориада хаҡында ҡыҙыҡһыныусыларға иһә белгестәр түбәндәге яуапты бирҙе: ул ваҡытында уҙғарыласаҡ. Халыҡ -ара сарала ҡатнашыу талаптары ҡаты һәм ҡатнашыусылар фәҡәт прививка яһатыу тураһындағы белешмә менән киләсәк. Улар өсөн ике ҡағиҙә бар: тәүгеһе үрҙә телгә алынған белешмә булһа, икенсеһе Рәсәйгә еткәнгә тиклем 72 сәғәт эсендә эшләнгән полимераз реакция анализының һөҙөмтәһе (ПЦР).
– Оперштаб ҡарары буйынса, бығаса сирләмәгән, иммунитеты һаҡланмаған граждандарҙы ҡурсалау, уларҙың йәмәғәт урындарында сир йоҡтороу ихтималлығын кәметеү маҡсаты ҡуйыла. Граждандарға прививка яһатырға кәңәш итәбеҙ – был организмды ҡәһәрле сирҙән һаҡлауҙың төп ысулы. Ундай кешеләр ҡайҙа ла иркенерәк хәрәкәт итә аласаҡ, – тине Максим Забелин.
Шулай итеп, һүҙ йәмәғәт урындарында (кинотеатрҙар, театрҙар, спорт залдары, ресторандар, ҡунаҡханалар, китапханалар һәм күмәк кеше ҡатнашҡан мәҙәниәт саралары) сикләүҙәр индереү хаҡында бара. Унда барыу өсөн ике төп талапты үтәү зарур: кеше ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе күрһәткән ҡағыҙы һәм вакцинациялау хаҡында белешмәһе булырға тейеш.
Белгестәр илебеҙҙә ҡулланылған өс вакцинаның да һөҙөмтәлелеге фәнни йәһәттән һәм ғәмәлдә лә иҫбатланғанын белдерҙе.
– Улар барыһы ла 95 процентҡа тиклем вирустан һаҡлай. Вакцинациялауҙан һуң иммунитеты формалашҡан пациент, вирус менән осрашҡан хәлдә лә, сирҙе еңелерәк, билдәләрһеҙ үткәрәсәк, – тине Максим Забелин.
Республика буйынса Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак сикләү сараларын үтәүҙе нисек контролдә тотасаҡтарын аңлатып үтте.
– Беҙҙең төп бурыс – халыҡты коронавирустан һаҡлау, иммун ҡатламын булдырыу. Быға халыҡтың 60 процентын вакцинациялағанда ғына өлгәшеп була. Сикләү саралары кешеләрҙе яуаплылыҡҡа саҡырырға, уйланырға мәжбүр итергә тейеш: әгәр прививка яһатһаң, тимәк, һин башҡалар өсөн хәүефһеҙһең.
Бөгөн республикала ғаилә менән сирләп китеүселәрҙең һаны 20 процентҡа артты. Кешеләр бер-береһенә барып йөрөй, сир йоҡтора.
Ә йәмәғәт урындарында сикләүҙәрҙе конторолдә тотоу халыҡты хеҙмәтләндергән ойошмаларҙан да мотлаҡ талап ителәсәк. Әлеге ваҡытта норматив документтар әҙерләнә, – тине Анна Казак.
Фото: ria.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sikl--saralari-inderel-831453/
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас