Пандемия осоронда кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған ҡаһарман йөрәкле табиптар сикһеҙ оло хөрмәткә лайыҡ. Уларҙың береһе - хирург, фән докторы, БДМУ-ның урология кафедраһы профессоры, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, атҡаҙанған табибы, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының урология бүлеге мөдире Алексей Михайлович Пушкарев.
Ул медицина хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә үҫкән. Нәҫелендә докторҙар, күҙ табиптары, терапевтар, неврологтар бар, өләсәһе медицина университетының гигиена кафедраһы етәксеһе булған.
Алексей Михайлович коронавирус инфекцияһы менән сирләү шиге аҫтындағы пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткән. Былтыр Йоғошло ауырыуҙар госпиталендә 14 көнлөк сменала эшләгән. Шулай уҡ, билдәле булыуынса, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында улар пандемия башланған саҡта пациенттары менән карантинға ябылырға мәжбүр булды.
Алексей Михайлович - шаян кеше, был сифаты уға тормошта ла, эштә лә ярҙам итә, хеҙмәттәштәренең күңелен күтәрә, уларҙа көрәшсе рухын һаҡлауға булышлыҡ ҡыла. Мәҫәлән, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы булған көтөлмәгән хәл ваҡытында, бикле ҡалған саҡтарында, был ныҡ ярҙам иткән.
Ул Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда саҡырылған һигеҙ заман батырының береһе булды. Радий Хәбиров Алексей Михайловичтың хеҙмәтен айырым билдәләп үтте. “2020 йыл беҙҙең кемлегебеҙҙе ғәмәлдә күрһәтте, һөҙөмтәлә ысын заман батырҙары асыҡланды”, – тине Башҡортостан Башлығы, табиптарға рәхмәт белдереп. - Батырҙар араһында республиканың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Алексей Михайлович Пушкарев бар. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ауыр хәл килеп тыуғас, ул, бүлек мөдире булараҡ, коронавирус инфекцияһы менән ауырыған пациенттарға тәүлек әйләнәһенә медицина ярҙамы күрһәтте. Ҡаһармандарса вахтаны алып барҙы. Рәхмәт һеҙгә, Алексей Михайлович, пациенттарығыҙҙың ҡотҡарып алып ҡалынған ғүмерҙәре һәм һаулығы өсөн”.
Алексей Михайлович үҙе лә ковид менән ауырыған. Уның әйтеүенсә, өләсәһенең ағаһы, академик Анатолий Смородинцев, талпан энцефалитына, ҡыҙылсаға, полиомиелитҡа ҡаршы вакциналар уйлап тапҡан, 1933 йылда коронавирус менән шөғөлләнгән (ә уның 57 төрө бар).
"Миндә нәҫелдән килгән ныҡлыҡ барҙыр, тип уйлай инем, әммә бөтә теория юҡҡа сыҡты. Тәүҙә сирҙе өйҙә генә үткәрергә ниәтләгәйнем, ләкин дауаханаға ятырға тура килде. БДМУ-ның клиникаһына һалдылар, унда бик иғтибарлы булдылар, бер аҙнала аяҡҡа баҫтырҙылар. Барыһына ла ҙур рәхмәт!" – ти табип.
Коронавирус таралыу хәүефе булғас, Башҡортостанда эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйттеләр, юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелде. “Барлыҡ йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы төп ҡорал – вакцинация. Беҙҙең башҡа юлыбыҙ юҡ. Бөтә билдәле вирустар тик прививка эшләтеү иҫәбенә еңелде. Бөгөн беҙ яһатырға теләгән вакцинаны һайлай алабыҙ. Уларҙың бөтәһе лә һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Вакцинаны алмаштырырлыҡ нәмә юҡ”, – тип иҫәпләй Алексей Пушкарев.