Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Июнь 2021, 09:55

Фәһемле осрашыу

17 июндә Балтас районында етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә юрист һәм психолог ярҙамы күрһәтеү ойошторолдо.

Ата-әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев сәләмләп, теләктәрен еткерҙе.
Опека һәм попечителлек секторы мөдире Гөлфирә Харис ҡыҙы Хәйруллина күрһәткән ярҙамы һәм иғтибары өсөн район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.
Бөгөн Балтас районында 76 ғаиләлә 136 бала ата-әсә наҙын тойоп тәрбиәләнә.
Артабан Өфө “Ғаилә” үҙәге психологтары Вәсилә Рәшит ҡыҙы Зәйнуллина һәм Валентина Сергеевна Ефимских, юрист Евгения Александровна Боровикова ата-әсәләргә консультация ярҙамы күрһәтте.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас