Ғаиләлә өсөнсө бала тыуһа, 1 миллион һум аҡса түләргә кәрәк, тигән тәҡдимде “Әсәләр советы” ижтимағи ойошма лидеры Татьяна Буцкая индерҙе.
Рәсәйҙә демографик хәл әлегә бик ҡатмарлыраҡ, ғаиләләр күпләп бала үҫтерергә ҡурҡыңҡырай, сөнки улар иртәгәһе көнгә бик тә ышанып та бөтмәй. Эш, торлаҡ һәм башҡа бик күп хәл ителәһе мәсьәләләр арҡаһында күп балалылар һаны әлегә аҙыраҡ.
Татьяна Буцкая әйтеүенсә, әлбиттә 1 миллион һум ғына бөтә проблемаларҙы хәл итмәйәсәк, шулай ҙа ундай ғаиләләр өсөн бик тә шәп матди ярҙам булыр ине. Әлегә был тәҡдим генә, бәлки, яҡын киләсәктә тормошҡа ла ашып ҡуйыр, кем белә?
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Sh-p-bulir-ine-828083/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006