Бөгөн Асҡын мәғлүмәт үҙәге һәм Асҡын почта бүлеге хеҙмәткәрҙәре берлектә “Танып” сауҙа йорто алдында Гәзиткә яҙылыусы көнөн ойошторҙо. Матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк сиктәрендә райондаштарыбыҙ “Йәнтөйәк” район-ара , “Ышаныч” , “Аскинская новь” район һәм республика гәзиттәренә һәм журналдарына яҙыла ала.