Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Июнь 2021, 09:30

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле ниндәй ҡарар булыр?

“Хафаланыр өсөн урын бар”, – тине Радий Хәбиров кәңәшмәлә.

Билдәле булыуынса, Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалаларында коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәр киҫкенләште. Бында сирләгәндәр һаны артыуы сәбәпле етди сикләүҙәр индерелде. Башҡортостанда хәлдәр нисек һуң? Радий Хәбиров чиновниктарға хәлдәрҙе тулыһынса баһаларға һәм иртәнән һуң ҡарар ҡабул итер өсөн оператив штаб ултырышы буласаҡ тине. Уға ярашлы юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индереләсәк.
– Хәүефләнеү өсөн урын бар. Һуңғы мәғлүмәттәрҙе әйтә алмайым, әммә күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәрҙек, битлек режимы ла йомшартылды. Уйланырға урын бар. Ҡағиҙә булараҡ, Мәскәүҙәге хәлдәр бер ни тиклем ваҡыт үткәс беҙгә лә килеп етә, шуға хәүефһеҙлек сараларын нығытырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Алда йәнә ҙур саралар тора. 3 июлдә, мәҫәлән, Фольклориада башланырғаға тейеш. Сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар араһында коронавирус йәһәтенән хәүефле илдәрҙән килеүселәр ҙә буласаҡ.
Радий Хәбиров белдереүенсә, был мөһим сараларыҙы үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткән саҡта эпидемиологик хәл тотороҡло ине. Унан тыш Башҡортостанда июль аҙағында Рәсәй буйынса WorldSkills чемпионаты һәм көрәш буйынса донъя чемпионаты үтергә тейеш. Шуға күрә хәҙер был сараларҙы үткәргән саҡта бик етди хәүефһеҙлек саралары ҡабул ителәсәк.
Фото: berdmedia.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bash-ortostanda-koronavirus-a-b-yle-nind-y-arar-bulir-827946/
Читайте нас