Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы трассаһының дөйөм оҙонлоғо – 71 километр. Уны төҙөү федераль бюджет иҫәбенә башҡарыла. Тәүге этабы 2017 йылда башланғайны. 2020 йылдан эштәр 40 километрлы участкала йәйелдерелгән, уның өсөн “Башкиравтодор” яуап бирә. Объектты тапшырыу ваҡыты – 2022 йыл аҙағы.Ошо ваҡытка ҡариҙелдәрҙең бер нисә быуыны белгән юл танымаҫлыҡ буласаҡ. Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы автоюлына реконструкция – Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереүгә йүнәлтелгән иң ҙур проекттарының береһе.