Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Июнь 2021, 15:40

Ә һеҙ ҡайын еләген йыяһығыҙмы?

Был уңған, өлгөр еләкселәр тураһында түбәндәге һылтанма буйынса сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ. Улар еләкле урындарҙы белә!

Балтас районы Юғары Ҡарыш ауылында йәшәүсе Рәфисә һәм Аяз Фазлетдиновтар йәй һайын шулай күпләп ҡайын еләген йыя. Быйыл да улар биҙрә-биҙрә тултырып алып ҡайта.

Фазлетдиновтар бик уңған, йүнсел, тырыш ғаилә, биш бала үҫтерәләр. Урман-ҡырҙарҙы, еләкле урындарҙы яҡшы белә улар.

Көҙөн һаҙ еләген дә йыялар. Тәбиғәт биргән байлыҡты йыйып ҡалырға ашығалар. Ә һеҙ еләккә төштөгөҙмө әле?

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Читайте нас