Куптән түгел Магинск ауылының мәктәп яны паркында тренажерҙар ҡуйылды. Улар ауыл биләмәһе бюджеты иҫәбенә һатып алынды. Тренажерҙарҙы ҡуйыу, цемент һәм башҡа материал һатып алыу менән “Атайсал” республика проекты программаһы сиктәрендә “Альпийский” йәмғиәте шөғөлләнде. Үрге Һөйән ауыл Советы биләмәһенең Сиҙәш ауылында ла балалар майҙансығында алты тренажер барлыҡҡа килде. Уларҙы шулай уҡ үҙ аҡсаларына һатып алдылар. Ә урынлаштырыуҙа битараф булмаған ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Халыҡ айырыуса ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Р.Әғәлтдиновҡа, ауыл старостаһы Р.Нуриәхмәтовҡа, Р.Йәнгировҡа, Н.Зәйнәғетдиновҡа, А.Глуховҡа айырым рәхмәт белдерә.