Һабантуй – борон-борондан килгән һәм хәҙерге заманда дәүләт кимәленә күтәрелгән, халҡыбыҙҙың иң яратҡан һәм киң таралған байрамдарының береһе. Байрам исеме «һабан» һәм «туй» һүҙбәйләнешенән тора, яҙғы сәсеүҙең тамамланыуына бәйле. Аҙна аҙағында һабантуй гөрләйәсәк.
Бөгөн Тушҡыр ауылында һабантуйға әҙерлек башланды. Йырлап-бейеп буләк йыйыу ойошторолдо. Бүләк биреүселәр изге теләктәрен юлланы, ҡушылып бейеүселәр ҙә булды. Ошолай күңелле һәм берҙәм йәшәп, милли йолаларҙы һаҡларға кәрәк.