Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Июнь 2021, 04:00

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан

Баш ҡаланың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында матур йөкмәткеле тантана үтте. Унда асҡындар ҙа ҡатнашты.

Белеүебеҙсә, Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө ил Президенты Владимир Путиндың 2000 йылдың 27 октябрендәге Указына ярашлы билдәләнә башланы. Был хеҙмәт эйәләре мохтаждарға, оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтеү, мораль йәһәттән хәстәрлек менән солғау йәһәтенән ғәйәт ҙур эш алып бара.
Бөгөн “Башҡортостан” концерт залына ла шундай фиҙакәр, эшһөйәр, күңелдәре мәрхәмәт һәм миһырбанлыҡ менән тулы оло йөрәкле кешеләр йыйылды. Уларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ихлас теләктәрен һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
- Бөгөн мин һеҙгә ҙур рәхмәт әйтергә килдем! Уҙған йыл барыбыҙ өсөн дә ябай булманы. Бына ошо залда ултырған кешеләр һәм социаль хеҙмәттәрҙең ҡеүәтле армияһы табиптар менән бергә ҡатмарлы көрәштең алғы һыҙығына баҫты. Быны оноторға тейеш түгелбеҙ. Һеҙҙең иңдәргә иҫ киткес ҙур көсөргәнеш төштө. Үҙҡурсаланыуҙы контролдә тотоу, эпидемияны туҡтатыу өсөн һеҙ ифрат ҙур ярҙам күрһәттегеҙ. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн тағы берҙе ҙур рәхмәт әйтәм, - тине сығышында Радий Хәбиров.
Байрам айҡанлы хеҙмәте менән лайыҡлы хөрмәт ҡаҙанған социаль хеҙмәткәрҙәрҙең бер төркөмөнә Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Республика Башлығы ҡулынан Почет грамотаһы алыусылар ҙа бихисап булды.
Социаль хеҙмәт алдынғыларын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К.Б. Толкачев, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л.Х. Иванова, һаулыҡ һаҡлау министры М.В. Забелин тәбрикләп, Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ сара барышында йыл һайын үткәрелеп килгән “Халыҡты социаль яҡлау учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” конкурсына йомғаҡ яһалып, төрлө номинациялар еңеүселәре тәбрикләнде.
Был көндө социаль хеҙмәткәрҙәр хөрмәтенә матур теләктәр, ихлас ҡотлауҙар, дәртле йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр бүләк ителде.
Читайте нас