Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
9 Июнь 2021, 17:25
Кемдәр өсөн аттестация үткәрелә башлаясаҡ?
Андрей Назаров: "Әгәр үҙең белмәйһең икән, нисек башҡаларҙы өйрәтергә мөмкин?"
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Башҡортостандың АСИ рейтингында туғыҙынсы урындан бишенсегә күтәрелгәне хаҡында яҙғайным. Хәҙер ошондай һөҙөмтәгә нисек өлгәшеүебеҙ, ниндәй аҙымдар йүнләүебеҙ, уларҙың ҡайһыһының эшләүе, ҡайһыһының эшләмәүе хаҡында ентекләберәк һөйләмәксемен. Алға пландар хаҡында ла уйларға кәрәк. Бишенсе урын уй-хыял сиге түгел, унда беҙ туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ, сөнки Башҡортостанды эшҡыуарлыҡ өсөн иң уңайлы төбәк итергә вәғәҙә иткәйнек, тимәк, эшләргә тейешбеҙ.
Былтыр ковид сәбәпле, тотош илдәге кеүек, беҙҙә лә йүнселлектең барлыҡ категориялары, бигерәк тә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ зыян күрҙе. Ҙур компаниялар сығымдарҙы ҡаплау өсөн финанс ярҙам алһа, был категорияның иһә бындай мөмкинлеге булманы. Беҙ быны аңланыҡ һәм ресурстарҙың күп өлөшөн ҙур булмаған предприятиеларға булышлыҡ итеүгә йүнәлттек. Ташламалы кредиттар, микрокредиттар ойошторҙоҡ, лизинг, дәүләт гарантияһы менән банк займын булдырҙыҡ. Ошондай ярҙамдан ике меңдән ашыу эшҡыуар файҙаланды. Уларға өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Бынан тыш, 43 мең эшҡыуар хеҙмәткәрҙәренә хаҡ түләү өсөн субсидия алды, ә ике меңе дәүләт милкен ҡуртымға алған өсөн түләүҙән ҡотолдо. “Бизнес-шерифтар” институты ла пандемия осоронда һөҙөмтәле ярҙам инструментына әйләнде.
Башта барыһы ла яҡшы эшләгән кеүек тойола ине. Тик йүнселдәрҙең фекерен туплап эшкәрткәс, проблемаларҙың да бар икәнлеген күрҙек. Тикшереү ҡайһы бер бизнес-шерифтарҙың ярҙам саралары хаҡында белеп етмәүен асыҡлаған. Был бик насар. Әгәр үҙең белмәйһең икән, нисек башҡаларҙы өйрәтергә мөмкин? Шуға быйылдан бизнес-шерифтарҙы уҡытыуҙы һәм аттестациялауҙы индерҙек. Улар барлыҡ дәүләт ярҙамы саралары, беҙҙең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге стратегияһы хаҡында яҡшы белергә тейеш.
Тағы һәр ваҡыт ихтыяж менән файҙаланылған, әммә гел үк һөҙөмтәле булмаған инструменттар – стартаптар өсөн гранттар. Йыш ҡына йүнсел үҙ эше үҫеше өсөн аҡса алып, иҫәпләмә бирә лә кәсебен яба”.
Фото:
deloros.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Kemd-r-s-n-attestatsiya-tk-rel-bashlayasa-823552/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"