Балтас үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Салауат Фаат улы Ғелметдинов белдереүенсә, районда “тәгәрмәсле дауахана” эшләгән ун көн эсендә 781 кеше ҡабул ителгән, флюорографияны — 689, маммографияны 579 кеше үткән. Артериаль ҡан баҫымы юғары булған — 188, глюкоза кимәле юғары булған — 164, холестерины юғары булған 231 осраҡ теркәлгән.
Медицина персоналына рәхмәт белдерергә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова килде. Ул Балтас районы халҡының сәләмтлеген нығытыуға ҙур өлөш индергәндәре һәм үҙ бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарғандары өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.