Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Июнь 2021, 18:30

“Ялан мунсаһы”н күргәнегеҙ бармы?

"Миндек байрамы"нда Иҫке Ҡаҙансы һәм Урманкүл ағинәйҙәре мунса инеүгә бәйле ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтте.

«Миндек байрамы» үтәсәк урынға барып етеү менән күптәр бер яҡ ситтәрәк ҡоршалған ҡыуышҡа иғтибар итте. Баҡтиһәң, уңған хужалар “ялан мунсаһы”н ҡоршап, ут яғып, йылытып ҡуйған икән. Иҫке Ҡаҙансы һәм Урманкүл ағинәйҙәре мунса инеүгә бәйле боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе иҫкә төшөрөп, йәштәргә күрһәтте. Шунда уҡ ҡайын миндеге бәйләп, уның файҙаһы хаҡында һөйләнеләр. Ҡайын миндеге ауыр эштән һуң арыу-талсығыуҙан, быуындар һыҙлауынан, мускулдар ауыртыуынан арындыра. Һытҡы йәки эрен сығыусан тирене һәйбәт таҙарта, яраны, сыйылған-киҫелгән урындың уңалыуын тиҙләтә, тынысландыра, кәйефте күтәрә, бронхтарҙы киңәйтә. Һөҙөмтәлә үпкә эшмәкәрлеге яҡшыра. Шуға ла ҡайын миндеге
менән сабынғандан һуң тын алыуы еңеләйә. Астма сиренән яфаланыусылар, тәмәке тартыусылар өсөн ул иң һәйбәте.
Оло быуын вәкилдәре – ҡәйнә менән ҡайны мунса ингән арала килендәр (ағинәйҙәр) йырлашып-бейешеп тә алды. Мунсаның файҙаһы тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙеләр. Артабан шифалы үлән сәйҙәре менән мунсанан сығыусыларҙы ҡаршы алдылар.
Наилә Имаева.
Читайте нас