Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Июнь 2021, 17:50

Йүкә ағасына етәме һуң?

Йүкә ағасының тормош-көнкүрештә ҡулланылышы һәм унан әҙерләнгән миндектең файҙаһы хаҡында Яңы Ҡара ауылы уңғандары бәйән итте.

Йүкә миндеген һыуыҡ тейгәндә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә, баш ауыртыуы баҫыла, тән температураһы төшә, ул бөйөрҙәр эшмәкәрлеген дә яҡшырта.
Яраларҙы тиҙ уңалта, тәндән һыуыҡты ҡыуа, ҡаҡырыҡты сығара. Йүкә миндеген йышыраҡ һалҡын тейгәндә, баш, бөйөр ауыртҡанда файҙаланалар.
Йүкә ағасын халҡыбыҙ элек-электән ҡулланған. Сабата-арҡан, септә-сыбыртҡы үргән, мунсала, бумала яһаған...
Ағинәйҙәр йүкә ағасына бағышлап йыр ҙа йырланы. Зәләф ағай Мостафин башҡарыуында сабата бейеүе барыһына ла бик оҡшаны. Яңы Ҡара оҫталары йүкәнән эшләнгән тормош-көнкүреш кәрәк-ярағынан күргәҙмә лә әҙерләгәйне. Ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыттағыса ҡаралар һоҡландырҙы.
Наилә Имаева.

Читайте нас