Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Июнь 2021, 07:00

Класс етәкселәре кәңәш ҡорасаҡ

Быйыл 9-10 октябрҙә Мәскәүҙә I Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы уҙасаҡ. Унда педагог хеҙмәтен яҡлауҙың яңы алымдарын булдырыу, Рәсәй мәктәптәрендә лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү, хәҙерге заман класс етәксеһенең образы өҫтөнлөклө мәсьәләләр булараҡ күтәреләсәк.

Был форум Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренең класс етәкселәренә асыҡ диалогҡа мөмкинлек тыуҙырған тәүге федераль майҙансыҡ буласаҡ.
Форум программаһында ҡаралған көнүҙәк мәсьәләләр түбәндәгесә билдәләнә:
- белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырғанда тәрбиә эшен ойоштороу,
- тәрбиә һәм уҡытыу психологияһы;
- интернет – заман педагогының төп ҡоралы;
- уҡытыусы образы һәм уның тышҡы донъя менән бәйләнеше;
- инклюзив һәм ғаилә белем биреү алымы;
- мәктәптә сәләмәтлекте һаҡлау технологиялары.
Форумда класс етәксеһе булараҡ тәжрибәгә эйә һәр педагог ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар ғариза биргәндәр араһынан һайлап алына, был осраҡта педагогтарҙың һөнәри ҡаҙаныштары, әүҙемлек, заман мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныу, яңылыҡҡа ынтылыш кеүек шәхси сифаттары иҫәптә тотоласаҡ.
Сараны Рәсәй Мәғариф министрлығы ойоштора. Форум ҡуйған бурыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға ла тулыһынса булышлыҡ итә.
Форумда ҡатнашыу өсөн теркәлеүгә һылтанма: https://anketa.vfkr.ru/
Фото: education.bashkortostan.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас