Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Июня 2021, 17:20

Имән миндеге стрестан арындыра

Әлйәгеш ағинәйҙәре имән миндеген әҙерләү серҙәре һәм уның файҙаһы тураһында бик күп белә.


«Имән миндеге тире майлы булғанда бигерәк тә файҙалы. Был миндек сыбыртмаларҙы бөтөрә, биткә матур төҫ бирә. Еҫе сабынғанда ҡан баҫымы күтәрелеүен тотҡарлай. Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын дауалау, аяҡ тирләүен кәметеү өсөн ҡулланыла. Имән миндеге көс бирә, - тип имән минедегенең файҙаһы тураһында һөйләне Әлйәгеш ағинәйҙәре Яңы Ҡара ауылында үткән “Миндек байрамы”нда.
Тағы ла имән япраҡтарының хуш еҫе ҡан баҫымының юғары күтәрелмәүенә булышлыҡ итә. Шуға спорт менән шөғөлләнеүселәргә, ҡан баҫымы юғары кешеләргә тәҡдим ителә. Йәнә нервы системаһын тынысландыра, стрестан арындыра.

Әлйәгештәр имән миндеге тураһында бик күп файҙалы мәғлүмәт еткерҙе, хатта йырлап та күрһәтте. Уны ҡасан бәйләргә, нисек киптерергә һәм һаҡларға кәрәклеген дә аңлаттылар.

Наилә Имаева.

Читайте нас