Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июнь 2021, 07:53

Башҡортостан тәүге биш төбәк исемлегендә

Беҙҙең республика күсемһеҙ мөлкәт теркәү һаны буйынса Рәсәйҙең тәүге биш төбәге исемлегенә инде. Быйылғы йылдың беренсе өс айында ошондай мөлкәт 3332 мең тапҡыр теркәлгән.

“Күсемһеҙ мөлкәтте теркәү һанының артыуы, шул иҫәптән, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуға, бынан тыш быйыл торлаҡ йорт төҙөп тапшырыу күләменең артыуына бәйле. Республикала торлаҡ проблемаһын хәл итеү өсөн төрлө кимәлдә ниндәй ҙур эш башҡарылыуын күреп торабыҙ. Бандай шарттарҙа беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс – күп фатирлы йорттарҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙы һәм төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуға, торлаҡҡа хоҡуҡҡа дәүләт теркәүе үткәреүҙе ваҡытында башҡарыу, – ти “Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Тәүгә биш төбәк иҫәбенә шулай уҡ Мәскәү өлкәһе, Мәскәү ҡалаһы, Краснодар крайы һәм Силәбе өлкәһе ингән.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас