Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Июнь 2021, 09:45

Байрам күңелле үтте

Бөгөн Балтас районы Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сара уҙҙы.

Байрамда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Яков Анатольевич Кугубаев сығыш яһаны. “Барыһы ла хыяллана” Бөтә Рәсәй халыҡ фонды акцияһында ҡатнашыусы Нәилә Әхмәҙуллинаға ролик бүләк итте.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев балаларҙы ҡотлап, Почет грамоталары тапшырҙы. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Альбина Рәдиф ҡыҙы Ғелметдинова төрлө дәрәжәләге олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа еңеү яулаған уҡыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм бүләкләне.
Гөлназ Ғәлләмова.
Читайте нас