Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына ҡаты шелтә яһаны. Башлыса һүҙ баш ҡаланы йыйыштырыуға арналды. Шелтә Өфө ҡалаһы хакимиәтендәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең яңы етәксеһенә ҡағылды.
– Кеше үҙенең ҡайҙа эшләгәнен аңламаған, ахыры. Пугачев урамын, юл үткәргесте, Салауат Юлаев проспектын ҡараһын. Мин бит Айҙа йәшәмәйем, көн һайын Өфөнө нисек йыйыштырыуҙары тураһында мәғлүмәт килеп тора. Мәғәнәһеҙлек! Дүрт миллион кеше йәшәгән республиканың баш ҡалаһы тап-таҙа булырға һәм сәскә атып ултырырға тейеш! - тине ул.
Ул Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Грековҡа йөкләмәләр бирҙе. Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ла был йүнәлештә эште көсәйтергә ҡушты.
– Яңауылға барып ҡарағыҙ, ҡасан барһаң да, унда тап-таҙа! Хәлдәр ҡатмарлы булһа ла, бәләкәй ҡалалар стандарттарҙан тайпылмай. Ә бында – ҡарағура! Киндер үҫтерәбеҙме әллә? Үҙәк урамдарҙа төҙөлөш сүп-сары ята, ташлап киткән машиналар, – тине Радий Хәбиров. – Ҡала беҙҙең йөҙөк ҡашы булырға тейеш! Саң осмаһын, үҫемлектәр тәртиптә булһын. Бәпкә үләндәре, тирәк йөнө оса. Улар - көслө аллерген да, балалар ыҙалана. Минең алда ҙур бурыстар тора, һәр урам һепереүсегә барып эш ҡушып йөрөй алмайым бит!
Республика етәксеһе баш ҡала хакимиәтенә Өфөнө тәртипкә килтереү өсөн бер аҙна ваҡыт бирҙе.