Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
30 Май 2021, 15:02
Ҡырмыҫҡалыға күсмә мәҙәниәт йорто тапшырылды
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, быйыл Ҡырмыҫҡалы районы күсмә автоклуб алды. Дүрт миллион һумлыҡ тәгәрмәсле мәҙәниәт йорто районға 27 майҙа килтереп еткерелде. Хәҙер бәләкәй һәм төпкөл ауылдар халҡы концерттарҙы һәм кинофильмдарҙы йышыраҡ ҡараясаҡ. Мәҙәни сараларҙы хатта баҫыу уртаһында ла ойошторорға мөмкин. Район мәҙәниәт һарайы белгестәре автоклубтың быйылға эш планын да төҙөп ҡуйған. Уны шулай уҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһы сараларына ла йәлеп итеү күҙаллана. Мәғлүм булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса 2020 йылда Йылайыр, Баймаҡ, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле райондары өсөн биш автоклуб алынғайны. Быйыл иһә күсмә мәҙәниәт йорто Стәрлетамаҡ, Дыуан, Асҡын һәм Салауат райондарына тапшырыласаҡ. Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижад кешеләре", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора. Фото: culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/370968/Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)Автор: Лилия Давлетбакова
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, быйыл Ҡырмыҫҡалы районы күсмә автоклуб алды.
Дүрт миллион һумлыҡ тәгәрмәсле мәҙәниәт йорто районға 27 майҙа килтереп еткерелде. Хәҙер бәләкәй һәм төпкөл ауылдар халҡы концерттарҙы һәм кинофильмдарҙы йышыраҡ ҡараясаҡ. Мәҙәни сараларҙы хатта баҫыу уртаһында ла ойошторорға мөмкин.
Район мәҙәниәт һарайы белгестәре автоклубтың быйылға эш планын да төҙөп ҡуйған. Уны шулай уҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһы сараларына ла йәлеп итеү күҙаллана.
Мәғлүм булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса 2020 йылда Йылайыр, Баймаҡ, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле райондары өсөн биш автоклуб алынғайны. Быйыл иһә күсмә мәҙәниәт йорто Стәрлетамаҡ, Дыуан, Асҡын һәм Салауат райондарына тапшырыласаҡ.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижад кешеләре", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора.
Фото: culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/370968/
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"