Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
30 Май 2021, 05:40
Алдан тауыш биреү башланды
Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреүе өсөн 680 иҫәпләү участкаһы асылды.
Быйыл сара ҡатнаш система буйынса үткәрелә, йәғни һайлаусылар электрон юл менән дә, йәшәү урыны буйынса участкаларға килеп тә тауыш бирә ала.
Барлыҡ участкалар ҙа тауыш биреү өсөн кабинкалар, йәшниктәр, кандидаттар тураһындағы мәғлүмәт ҡуйылған стендтар менән йыһазландырылған, индивидуаль һаҡлау саралары, комиссия ағзалары һәм тауыш биреүселәр өсөн санитайзерҙар менән тәьмин ителгән. Процедура бөтә эпидемиологик нормаларҙы, талаптарҙы күҙәтеп үткәрелә.
Ирекмәндәр һайлаусылар исемлектәрен электрон тауыш биреүселәрҙең мәғлүмәттәре менән сағыштыра, был ҡабатлап тауыш биреү мөмкинлегенә юл ҡуймай.
“Шәхсән килеп тауыш биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән саҡта республикала ауыл халҡының өҫтөнлөк итеүе иҫәпкә алынды, улар “Дәүләт хеҙмәте” сайтынан аҙ файҙалана, шулай уҡ интернет тотороҡло эшләмәгән биләмәләр ҙә бар. Участкалар социаль учреждениеларҙа урынлашҡан: 33 проценты – уҡыу йорттарында, 54 проценты – мәҙәниәт һарайҙарында һәм ауыл клубтарында, 10 проценты – ижад үҙәктәрендә, китапханаларҙа, спорт үҙәктәрендә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларында”, – ти “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Фото: bashkortostan.tr.ru сайты.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Aldan-tauish-bire-bashlandi-811729/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"