Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Май 2021, 10:15

Шәжәрәлә тарих сағыла

Балтас китапханасылары шәжәрә төҙөү буйнса тәжрибә уртаҡлашты.

Балтас китапханасылары уҡыусыларына шәжәрә ағасын төҙөргә ярҙам итәсәк. Ошо маҡсатта районда "Шәжәрә кесе Ватан тарихы" тигән семинар ойошторолдо.
Семинар Иҫке Янбай ауыл моделле китапханаһында уҙҙы. Унда шәжәрә төҙөү буйынса ҙур тәжрибә бар. 2018 йылда Иҫке Янбай ауыл Советы ауыл биләмәләре араһында шәжәрә төҙөү буйынса Республика конкурсында Гран-приға эйә буллы. Был ҙур ҡаҙаныш китапханасы Рәзинә Ханова һәм тарихсы, ыуған яҡты өйрәнеүсе Рәлиф Шакирйәновтарҙың тырышлыҡ нәтижәһе.
Иҫке Янбай китапханаһы бай тарихи мәғлүмәт туплаған. Ауылдарға нигеҙ һалынғандан алып бөгөнгө көнгә тиклем барлыҡ выҡиғаларҙа билдәле. Тулыһынса шәжәрне төҙөү ул исемде билдәләү генә түгел унда - бабаларҙың үҙешсәнлеге , уларҙың ҡаҙаныштары тураһында документтар менән раҫланған мәғлүмәттәр юллау тураһында һүҙ барҙы. Уҙған осрашыу төрлө архив сығанаҡтарын ҡулланырға өйрәтеү уйы менән ойошторолдо. Сара аҙағында район китапханаһы урынбаҫары Әлфидә Муллағәлиева һәм профком рәйесе Зилә Кашапова байрам айҡанлы мәҙәниәт бүлегенең һәм профсоюз ойошмаһының Почёт грамоталарын тапшырҙы.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас