Балтас районында “Ғаилә паркы”нда Эшҡыуарҙар көнө билдәләнде. Сара тантаналы ҡотлауҙан башланды. Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ләйсән Хәмәтова сәләмләп, райондың иң әүҙемдәрен Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының Почет грамоталарын һәм район хакимиәте башлығы исеменән Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Эшҡыуарҙар советы рәйесе Марат Хәйруллин, ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Шәймөхәмәтов, үҙәк мәсете рәйесе имам-хатип Филүс Камалтдинов алдағы көндәрҙә уңыштар, планлаштырылған эштәренең тормошҡа ашыуын, сәләмәтлек теләп, байрам менән ҡотланы.