Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Мая 2021, 09:59

Ҡорал биреү тәртибе үҙгәрә

Ҡазан ваҡиғаларынан һуң Рәсәйҙә ҡорал биреү законын ҡайтанан ҡараясаҡтар. Атап әйткәндә, уны биреү тәртибен ҡатыландырырға ҡарар иткәндәр.

Тиҙҙән илдә ике тапҡыр һәм унан да күберәк хөкөм ителгәндәргә, шулай уҡ эскән килеш рулгә ултырып тотолғандарға ҡорал алыуға лицензия биреүҙе тыясаҡтар.
Дәүләт Думаһында “Ҡорал тураһында” федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты беренсе уҡыуҙа хупланды.
Был үҙгәрештәр эскән килеш рулгә ултырып тотолоп, административ язаға тарттырылғандарға, йәки автомобилен эскән кешегә идара итеүгә биргәндәргә, йәки эскәнлекте билдәләү өсөн медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡандарға (административ яза ваҡыты үткәнсе) ҡағыласаҡ.
Был закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарауға 2020 йылдың 21 декабрендә үк индерелгән булған.
Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин белдереүенсә, тәҡдим ителгән сикләү саралары ҡорал ҡулланып ҡылынған енәйәттәрҙе һәм тәртип боҙоуҙарҙы, шулай уҡ ҡоралдың законһыҙ әйләнешенә инеүен иҫкәртеү буласаҡ.
“Рәсәй Федерацияһында ҡоралы булған кеше адекват, психик яҡтан сәләмәт, тотороҡло һәм закон үтәгән, үҙе кеүек кешенең хоҡуғын һәм иреклеген хөрмәт иткән гражданин булырға тейеш”, – ти депутат.
Индерелгән үҙгәрештәр Рәсәй Милли гвардияһын иҫкәртмәйенсә сафтан алынған ҡоралды һаҡлауҙы тыя. Шулай уҡ ҡорал юғалған йәки уны урлаған саҡта ла, хужалары был хаҡта хәбәр итергә бурыслы.
Закон проектында киң мәғлүмәт сараларында һәм интернетта ҡоралды эшләү, үҙгәртеү һм тергеҙеү тураһындағы инструкцияны таратыуҙы тыйыу ҙа ҡаралған. Әле был тыйыуҙар шартлатҡыстарҙы һәм шартлау ҡорамалын әҙерләү буйынса инструкцияға ғына ҡағыла ине.
Фото: pnp.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас