Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Мая 2021, 10:27

“Ихата Лигаһы – Күн туп”

Тәүге йәш һәүәҫкәр хоккейсылар ҡатнашлығындағы "Ихата Лигаһы" турниры 2013 йылда үткәйне. Ҡышҡыһын – хоккей турнирҙары, йәйгеһен – футбол.

Тәүге йәш һәүәҫкәр хоккейсылар ҡатнашлығындағы "Ихата Лигаһы" турниры 2013 йылда үткәйне. Ҡышҡыһын – хоккей турнирҙары, йәйгеһен – футбол.
Уның ойоштороусыһы һәм бағыусыһы, бала сағы Өфө ихаталарында уйнап үҫкән депутат – Павел Юрьевич Васильев. Спорт менән бергә үҫкән йылдарының иҫтәлеге итеп, "Ихата Лига"һын төҙөү идеяһын тормошҡа ашыра. Нисәмә йылдар инде был турнирҙа балалар, ата-әсәләре менән бергәләп рәхәтләнеп ҡатнаша. Сара балаларҙа һәм йәштәрҙә спортҡа ҡыҙыҡһыныу, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм әүҙем ғаилә ялын популярлаштырыу ниәте менән ойошторола.
Ойоштороусылар барлыҡ спорт һөйөүселәрҙе 27 майҙа сәғәт 10-да Өфө ҡалаһы, Эшсе хәбәрселәр урамы, 13 адресы буйынса 5-се лицейҙың спорт майҙансығына "Ихата Лигаһы – Күн туп" балалар араһындағы командалар ярышы турнирнына саҡыра. Йола буйыса турнир байрам программаһы менән тамамланып, иҫтәлекле бүләктәр, миҙалдар, кубоктар һәм еңеүселәргә грамоталар тапшырыласаҡ. Инеү ирекле, битлектәрегеҙҙе лә онотмағыҙ!
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас