Асҡын районының ЗАГС бүлегендә икенсе тапҡыр игеҙәктәр теркәлде. Бәхетле ата-әсә Гөлфиә һәм Әлфир Ғиләжевтар ғаиләһендә хәҙер биш бала булды. Игеҙәк ҡыҙҙарға Алина һәм Регина тип исем ҡушҡандар. Был ҡыуаныслы көндәре менән Ғиләжевтарҙы ЗАГС бүлеге начальнигы Руфина Фәйезова ҡотланы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.