Бөтә Рәсәй буйынса йыл һайын был байрам 24 майҙа билдәләнә. Фестиваль Башҡортостанда йәшәгән славян халыҡтары вәкилдәрен берләштерә. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафикова, “Башҡортостан урыҫтары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы етәксеһе Валентин Павлов һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев ҡотланы.