Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
24 Май 2021, 11:05
Республика әҙер!
Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға һәм Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтергә әҙер.
Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыуҙа ниндәй үҙенсәлектәр бар? Был турала һуңғы яңылыҡтар менән Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин таныштырҙы.
Быйыл 19 меңдән ашыу кеше урта дөйөм белем биреү программаһы буйынса имтихандар тапшырасаҡ. Был – 11-се класты тамамлағандар, уҙған йылдарҙа уҡып бөткәндәр һәм колледжд студенттары. Берҙәм дәүләт имтиханын 17690 кеше тапшырасаҡ. Һайлап алынған иң популяр предмет булып профилле математика тора. Уны 11 меңдән ашыу кеше һайлаған. Йәмғиәтте өйрәнеү фәнен – 6920, физиканы – 4467, биологияны – 3991, информатиканы 3724 кеше тапшырасаҡ.
Башҡортостанда 1302 бала быйыл БДИ тапшырыуҙан баш тартҡан. Улар - юғары уҡыу йорттарына барырға теләмәгән сығарылыш уҡыусылары. Урта дөйөм белем тураһындағы аттестат алыу өсөн уларға математика менән рус теленән дәүләт сығарылыш имтихандарын тапшырыу етә.
Дәүләт сығарылыш имтихандарын тапшырыу өсөн 164 пункт әҙерләнгән. Шул иҫәптән 100-ө мәктәптәрҙә, икәүһе һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәптәрҙә, 12-һе холоҡ төҙәтеү колониялары нигеҙендәге мәктәптә. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн 50 пункт өйҙә ойоштороласаҡ.
Айбулат Хажин белдереүенсә, 9-сы класты тамамлағандарға аттестат алыу өсөн ике мотлаҡ предмет – рус теле һәм математиканан төп дәүләт имтиханын тапшырыу етә. Уҡыу предметтары буйлап һайлап тапшырылған имтихандар быйыл юҡ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн имтихан теләктәре буйынса бер генә предметтан үткәрелә ала. Туғыҙынсы класты тамамлап, дәүләт имтихандарында 41279 кеше ҡатнашасаҡ. Бының өсөн 308 пункт әҙерләнгән.
Республикала имтихандарҙы үткәреү өсөн өс ситуация үҙәге ойошторолған, унда йөҙҙән ашыу кеше эшләйәсәк. “СМОТРИЕГЭ” порталында 300 самаһы йәмәғәт онлайн-күҙәтеүсе уҡытылған. Бынан тыш, быйыл 1489 йәмәғәт күҙәтеүсеһе аккредитация үткән, 70 вуз студенты федераль йәмәғәт күҙәтеүсеһе итеп тәғәйенләнгән.
– Быйылғы йылдың тағы бер яңылығы – информатиканы һайлағандар имтиханды компьютерҙа тапшырасаҡ. 2020 йылға тиклем был эштәр ҡағыҙҙа башҡарыла ине. Хәҙер компьютерҙа тапшырыу уңышлыраҡ һәм яҡшыраҡ тип табылды. Республикала был имтиханды тапшырыу өсөн күнекмә имтихандар үткәрелде, техник әҙерлек тикшерелде. Республика сараға әҙер, – тине Айбулат Хажин.
Быйыл 9-сы һәм 11-се класты тамамлағандарҙың имтихандары һөҙөмтәләре менән танышыу өсөн ике республика мәғлүмәт сервисы ла эшен дауам итәсәк. Уның ярҙамында сығарылыш класс уҡыусылары үҙ эштәренең өлгөләрен күрәсәк.
Дөйөм алғанда, республика имтихандар үткәрергә әҙер. Уҡыусыларға уңыштар һәм яҡшы билдәләр теләйбеҙ!
Фото:
Яндекс.Дзен
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Respublika--er-804899/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"